САВРОМАТТАР, б.э.т. 7—4 бб. күсмә һинд‑иран ҡәбиләләре. Антик авторҙар (Геродот, Плиний, Псевдо‑Гиппократ, Страбон һ.б.) хеҙмәттәрендә телгә алына. Формалашыу өлкәһе Волга м‑н Дон йй. араһында булыуы ихтимал. Ғалимдарҙың күпселеге (М.Г.Мошкова, А.Х.Пшеничнюк, К.Ф.Смирнов һ.б.) С. килеп сығыуын Волга‑Дон далаларында элегерәк йәшәгән халыҡтар м‑н бәйләй. “С.” терминын көнбайышта Дондан алып көнсығышта Тубыл й. тиклем терр‑яла күсеп йөрөүсе төрлө ҡәбиләләрҙең этномәҙәни берекмәләренә (ҡара: Савромат мәҙәниәте) ҡарата ла, Дондың түбәнге ағымында йәшәгән Геродот тасуирлаған ҡәбиләләргә ҡарата ла ҡулланалар. Уның мәғлүмәттәре б‑са, С. бик ҙур терр‑я (“15 көнлөк юл”) алып торған. Б.э.т. 514 й. Фарсы иле батшаһы Дарийға ҡаршы һуғышта ҡатнашҡандар. Б.э.т. 5 б. аҙ. — 4 б. башында айырым ҡәбиләләр көнбайышта скифтарҙы ҡыҫырыҡлап, Донды аша сыға башлағандар. Б.э.т. 4—3 бб. С. нигеҙендә ҡәбиләләрҙең яңы союздары (сарматтар һ.б.) барлыҡҡа килә. Күсмә малсылыҡ (ҡара: Күсмә тормош) хужалыҡтың төп нигеҙе булған. С. тормошонда хәрби походтар мөһим урын тотҡан. Ҡурғанлы ҡәберлектәрҙә ҙур ҡәбер өҫтө ҡоролмалары һәм ҡиммәтле ерләү әйберҙәре булған ҡәберҙәр айырылып тора, был С. араһында соц. һәм милек айырымлығы булыуы т‑да һөйләй. Әҙәб.: Савромат мәҙәниәте мәҡ. ҡарағыҙ.

А.Х.Пшеничнюк

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика