РУС АРМИЯҺЫНЫҢ СИТ ИЛГӘ ПОХОДТАРЫ (1813—14), Ватан һуғышынан (1812) һуң Австрия, Пруссия һәм Швеция ғәскәрҙәре м‑н берлектә Варшава герцоглығында, герман дәүләттәрендә һәм Францияла француз армияһына ҡаршы барған хәрби кампаниялар. Рәсәй һәм уның союздаштарының еңеүе м‑н тамамлана. Походтарҙа Башҡортостанда ойошторолған Екатеринбург пехота полкы, Бутырск пехота полкы, Рыльск пехота полкы, Өфө пехота полкы, 25‑се, 30‑сы һәм 31‑се егерь полктары, 26‑сы һәм 29‑сы гренадер егерь полктары, Ырымбур улан полкы (ҡара: Драгун полктары), 1‑се, 2‑се, 4—16‑сы башҡорт полктары, 2‑се мишәр полкы, 1‑се һәм 2‑се типтәр полктары, Ырымбур казак меңле атаман полкы, 3‑сө Ырымбур казак полкы (ҡара: Ырымбур казак ғәскәре), 3—6‑сы Урал казак полктары (ҡара: Урал казак ғәскәре) һәм Ставрополь ҡалмыҡ меңле полкы (бөтәһе 17 меңгә яҡын кеше) ҡатнашҡан. Улар рус армияһы, 1813 й. февр. алып ген.-фельдмаршал кенәз М.И.Голенищев-Кутузов етәкс. союздаш рус-прусс ғәскәрҙәре (1813 й. ғин.—апр.), кавалериянан ген. граф П.Х.Витгенштейн (апр.—май) һәм инфантериянан ген. М.Б.Барклай- де-Толли (май); авг. башлап кавалериянан ген. граф Л.Л.Беннигсен етәкс. Польша армияһында, сент. — Австрия ген.-фельдмаршал-лейтенанты (ш. уҡ союздаш ғәскәрҙәр баш командующийы) кенәз К.Ф.Шварценберг етәкс. Богемия армияһы, Швецияның вариҫлы принцы Карл Юхан етәкс. Төньяҡ армия һәм Пруссия ген.-фельдмаршалы Г.Л. фон Блюхер етәкс. Силезия армияһы сафтарында һуғышҡан. Ғин.—дек. Данциг ҡәлғәһен ҡамаған ғәскәрҙәр араһында 8 (марттан — 7) башҡ., 2‑се типтәр, Ырымбур атаман казак һәм Ставрополь ҡалмыҡ меңле полктары булған. Февр. 1‑се һәм 2‑се башҡ., 1‑се типтәр полктары — Берлинды азат итеүҙә, майҙа 2‑се башҡ. полкы Бреслау ҡ. өсөн барған алыштарҙа ҡатнашҡан. Авг. 8‑се, 9-сы, 11—16‑сы һәм 18—20‑се башҡ., 2‑се мишәр, 3‑сө Ырымбур, 4‑се һәм 5‑се Урал казак полктары Польша армияһы составында булған. Сент. башҡ., казак, ҡалмыҡ, мишәр һәм типтәр полктары Богемия, Төньяҡ һәм Силезия армиялары составына күскән. Польша армияһы составында ҡалған 18—20‑се башҡ. полктары йөк һәм почтаны һаҡлаған, әсирҙәр колонналарын ҡарауыллап оҙатҡан. Окт. 1‑се, 4‑се, 5‑се, 9‑сы һәм 14‑се башҡ. полктары Лейпциг ҡ. янындағы алышта (“Ха‑ лыҡтар һуғышы”) ҡатнашҡан, унда еңгәндән һуң 2‑се, 13‑сө һәм 15‑се башҡ. полктары м‑н берлектә Дрезден ҡ. азат иткән; 9‑сы башҡ. полкы Эрфурт ҡ. биләгән, 3‑сө Ырымбур һәм 5‑се Урал казак полктары Прагаға һөжүмде көсәйткән. Башҡ. һәм казак полктары ш. уҡ Веймар, Гамбург, Майндағы Франкфурт һ.б. немец ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнашҡан. 8‑се, 12‑се, 13‑сө, 16‑сы башҡ. һәм 2‑се мишәр полктары башҡа ғәскәри частар м‑н берлектә 1813 й. дек. Глогау ҡәлғәһендәге француз гарнизонының баш һалыуына өлгәшкән. 1814 й. башҡ., типтәр, 2‑се мишәр, Ставрополь ҡалмыҡмеңле, Ырымбур һәм Урал казак полктары Арси-сюр-Об, Краон, Лаон, Суассон, Фер-Шампенуаз һ.б. француз ҡалалары эргәһендәге алыштарҙа ҡатнашҡан. Мартта Екатеринбург һәм Өфө пехота, 1—4‑се, 11‑се, 13‑сө, 15‑се, 17‑се башҡ., 2‑се мишәр, 3‑сө Ырымбур казак, 1‑се һәм 2‑се типтәр полкының бер өлөшө Парижды штурмлауҙа ҡатнашҡан. 7‑се, 10‑сы, 14‑се башҡ. һәм Ставрополь ҡалмыҡ полктары Нассау ҡ. булған. Данцигтан әсирҙәрҙе оҙатҡандан һуң, 5‑се башҡ. полкы Минск губ. полиция хеҙмәте үтәгән. 9‑сы башҡ. полкы Гамбург тирәһендә булған. Бутырск пехота полкына “Краон тирәһендә 1814 йылдың 23 февралендәге алыш өсөн” Георгий байрағы тапшырылған. 1‑се башҡ. полкының еңеүҙәре данлы ваҡиғалар теркәлгән хөкүмәт журналына индерелгән. 4‑се дәрәжә Изге Владимир орд. м‑н Ихсан Әбүбәкеров; 3‑сө дәрәжә Изге Анна орд. м‑н — Абдулла Сурағолов, Аҡкөсөк Тимербаев, Аралбай Аҡсулпанов (ҡара: Аҡсулпановтар), Ихсан Әбүбәкеров, Йәнмырҙа Ишкилдин, Ҡотлогилде Ишемғолов, Оморҙаҡ Абдразаҡов һәм Хөсәйен Буранбаев; 4‑се дәрәжә Изге Анна орд. м‑н — Абдулла Сурағолов, Ғилман Хоҙайбирҙин, Ғәлекәй Ташбулатов, Ибраһим Биксурин, Килдейәр Байбулдин, Насир Абдуллин, Оморҙаҡ Ишдәүләтов, Хөсәйен Күсәрбаев, Әбделнасир Көрмәнкәев, Әбделнасир Наурыҙов һәм Әйүп Ҡәйепов; Изге Георгий хәрби орд. батырлыҡ билдәһе м‑н — Аманбай Торошев, Байбулат Торсонбаев, Буранбай Сыуашбаев, Ғөбәйҙулла Атанғолов, Ирназар Дәүләтсурин, Иҫәнғол Ишҡужин, Ҡаһарман Әлмәшев, Зөлҡәрнәй Ҡотлогилдин, Ҡаранай Искәндәров, Ҡунафиә Ҡотлогилдин, Мирғәли Байғолов, Мөхәмәтрәхим Рәжәпов, Ниғмәтулла Бирҙебаев, Ниғмәтулла Раҡаев, Сабит Сартыҡов һәм Үзбәк Аҡмырҙин бүләкләнгән. 1812 й. Ватан һуғышында һәм Р.а.с.и.п. катнашыусылар — “1812 йыл” миҙалы м‑н; Өфө пехота, һигеҙ башҡ., 2‑се мишәр, 3‑сө Ырымбур казак һәм 2‑се типтәр полктары яугирҙары “1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн” миҙалы (1814 й. булдырылған; 1826—32 йй. тапшырылған) м‑н бүләкләнгән. Башҡорттарҙың Р.а.с.и.п. ҡатнашыуы башҡ. фольклоры ҡомартҡыларында (“Йәнтүрә хикәйәһе", “Ҡаһым түрә" риүәйәттәре, “Әхмәт Байыҡ", “Любизар", “Ҡаһым түрә" йырҙары һ.б.) сағылыш тапҡан.

Әҙәб.: Башкирское народное творчество. Т.2. Предания и легенды. Уфа, 1987; Ш у н д а у ҡ. Т.8. Песни (дооктябрьский период). Уфа, 1995; “Любезные вы мои…”: сборник/ сост. А.З.Асфандияров. Уфа, 1992; А с ф а н д и я р о в А.З. Кантонное управление в Башкирии (1798—1865 гг.). Уфа, 2005.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Илл.: 1) Башҡорттарҙыңһәм казактарҙың француз отряды менән бәрелеше. Гравюра. 19 б. 1‑се сиреге

2) Башҡорттар Гамбургта. Француз рәссамы А.Сур гравюраһынан, 19 б. 1‑се сиреге