РОМАДАНОВКА ЙЫРЫНЫ, геол. тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ишембай р‑ны Ромадановка а. көнсығыш ситендә Ҡартышлы й. (Тор й. басс.) үҙәнендә урынлашҡан. Дөйөм ҡалынлығы 6 м еткән олигоцен ҡатламдарының бер эталон киҫелеше булып тора. Составында олигоцен флораһы үҫемлектәренең (күбеһенсә мәңге йәшел һәм яланғас орлоҡло Fagus speritus, Potomogeton speritus һ.б. ағастарҙың япраҡтары) ҡалдыҡтары м‑н тимерле ҡомташ конкрециялары булған ҡомташтарҙан, балсыҡтарҙан, балсыҡлы ҡомдарҙан__ ғибәрәт. Р.й. болон һәм болон‑дала үҫемлектәре м‑н ҡапланған. Тәүге тапҡыр А.П.Тяжёва тарафынан тасуирлана (1937), Г.В.Вахрушев (1940), В.Л.Яхимович (1958) тарафынан тикшерелә.

Ә.З.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.