“РОДИНА”, кинотеатр. Өфөлә урынлашҡан. 1953 й. асыла. 2 кинозалы (урындарҙың дөйөм һаны — 426), фойеһы, 2 киноаппарат бүлмәһе, бары, кафеһы бар. Кинотеатр эргәһендә 1969—79 йй. халыҡ ун‑ты эшләгән. 2007 й. 4380 киносеанс үткәрелгән (140 меңдән ашыу тамашасы). “Р.” башҡ., Рәсәй, сит ил фильмдары күрһәтелә, “Анимэ”, “Канн арыҫландары” (“Каннские львы”), арт‑хаус киноһы фестивалдәре, Манхеттен ҡыҫҡа метражлы кино фестивале, презентациялар, ижади осрашыуҙар һ.б. үткәрелә; “CINEMATECA” киноклубы эшләй. 1996 й. Рәсәй кинематографияһы үҙәге итеп таныла. “Р.” к/т бинаһы — 20 б. 2‑се ярт. ҡараған архитектура ҡомартҡыһы.

Н.Н.Дьяконова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.