РОГАЧЁВ Михаил Константинович (21.1.1951, Өфө), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (2002), проф. (2007). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2000). Н.К.Кондрашёваның ағаһы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1973) 1976— 2005 йй. (өҙөклөк м‑н) шунда уҡ эшләй, 1992—94 йй. “ЛУКойл‑Урал” ЯСЙ (Өфө) ген. дир. урынбаҫары. 2005 й. алып “Горный” Милли минераль‑сеймал ун‑тында (С.‑Петербург): 2006 й. башлап нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм файҙаланыу каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2008—14 йй. нефть‑газ ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге аномаль нефть ятҡылыҡтарында ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле. Р. тарафынан химик реагенттар һәм технологик шыйыҡсалар, аномаль нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү ысулдары эшләнә һәм етештереүгә индерелә. 170 фәнни хеҙмәт һәм 16 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Борьба с осложнениями при добыче нефти. М., 2006 (авторҙ.).

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.