РӘҮҘӘК, О л о Р ә ү ҙ ә к, йылға, Егән й. уң ҡушылдығы. Биктәр тауының төньяҡ битләүенән башлана. Ишембай р‑ны буйлап көньяҡ‑көнсығыштан төньяҡ‑көнбайышҡа табан аға, Кесе Рәүҙәк й. тамағында йүнәлешен көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай үҙгәртә һәм Егән й. (тамағынан 53 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 52 км, басс. майҙаны 560 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Басс. рельефы тәпәш таулы, терр‑яһын карст ҡаплаған. Йылға басс. үрге өлөшө Биктәр һәм Баш Алатау һырттары араһындағы уйпатлыҡта урынлашҡан. Ландшафы башлыса һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандан тора. Ҡушылдыҡтары: уң — Оло һәм Кесе Әрмет һ.б.; һул — Кесе Рәүҙәк һ.б.

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.