РӘСҮЛЕВ Зәйнулла Х., З ә й н у л л а б и н  Х ә б и б у л л аб и н Р ә с ү л [20.3. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 25.3.) 1833, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Шәрип а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 2.2.1917, Троицк ҡ.], йәмәғәт эшмәкәре, дин һәм суфыйсылыҡ әһеле, ишан, мәғрифәтсе. Нәҡшбәндиә тәриҡәте ағзаһы. Йәдитселек йүнәлеше етәкселәренең береһе. “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң (1858) Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Аҡҡужа а. (хәҙ. Учалы р‑ны Юлдаш а.) мәсетендә имам‑хатиб һәм мәҙрәсәлә мөҙәрис була. 1884 й. алып Троицкиҙағы 5‑се йәмиғ мәсете имам‑хатибы, бер үк ваҡытта үҙе нигеҙләгән “Рәсүлиә” мәҙрәсәһенең мөҙәрисе һәм уҡытыусыһы. 1873—81 йй. һөргөндә була. Мәғрифәтселек үҫеше һәм мәктәптәр м‑н мәҙрәсәләрҙе реформалау өсөн сығыш яһай. Бер нисә тапҡыр хажға бара. Мосолман дини тәғлимәтен һәм шәриғәтте, тибет мед. алымдарын бик яҡшы белә; әүлиә булып танылыуала. Аҡмулла м‑н таныш була. Учалы р‑ны Юлдаш урта мәктәбенә уның исеме бирелә, Р. музейы асыла; тыуған ауылында Р. һәйкәл ҡуйылған.

Х е ҙ м.: Божественные истины: избранное. Уфа, 2008.

Әҙәб.: Б а р т о л ь д В. Шейх Зайнулла Расулев //Мусульманский мир. Петроград, 1917. Вып.1; Н а с ы р о в Р. Шейх Зайнулла Расулев. Уфа, 2008.

Р.Х.Насиров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина