РӘСҮЛЕВ Ғабдрахман Зәйнулла улы (1881, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Аҡҡужа а., хәҙ. БР‑ҙың Учалы р‑ны Юлдаш а., — 6.8.1950, Өфө), дин әһеле, мөфтөй һәм СССР‑ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Диниә назараты рәйесе (1936—50; ҡара: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты). З.Х.Рәсүлевтең улы. Нәҡшбәндиә тәриҡәте ағзаһы. “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә, Әл‑Әзһәр ун‑тында (Ҡаһирә) уҡыған. 1903 й. алып “Рәсүлиә” мәҙрәсәһе уҡытыусыһы, 1905 й. — мөҙәрисе, 1917 й. башлап Троицк ҡ. мәсетенең имам‑хатибы. 1899 й. хаж ҡыла. Р. булышлығы м‑н Троицкиҙа китапхана, дарыухана, китап магазины һ.б. асыла, мәҙрәсәгә электр, телефон үткәрелә. 1942 й. мосолман руханиҙары съезында Р. төҙөгән “Мосолман руханиҙары вәкилдәренең диндарҙарға немец‑фашист агрессияһы уңайынан мөрәжәғәте” ҡабул ителә, 1943 й. танкылар эшләүгә аҡса йыйыла (Р. һалған шәхси аҡсаһы 50 мең һум тәшкил иткән). Рәсәй мосолмандарының 3‑сө съезы дини комиссияһы ағзаһы (Түб. Новгород ҡ., 1906), Бөтә Рәсәй мосолман руханиҙарының 2—3‑сө съездарының Өләмдәр (ғалимдар) советы ағзаһы (ҡара: Мосолман съездары). Дини календарҙар, уҡыу әсбаптары, ш. иҫ. “Ислам дине” (1945), авторы.

Әҙәб.: Н а с и р о в Р. Уҙамандарҙы эҙләйем. Өфө, 1997.

Р.Х.Насиров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.