РИЗУАНОВ Рәшит Ахмай улы (10.5.1932, БАССР‑ҙың Ҡырғыҙ-Миәкә р‑ны Байтимер а., хәҙ. БР‑ҙың Миәкә р‑ны — 3.9.2013, Мәскәү), геофизик. Техник ф. д‑ры (1982), проф. (1984). СССР‑ҙың газ сәнәғәте отличнигы (1982). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын (1956), МДУ‑ны (1967) тамамлаған. 1959 й. алып СССР ФА‑ның Геология һәм янар ҡаҙылмалар үҙләштереү ин‑тында, 1961 й. — Бөтә Союз ядро геофизикаһы һәм геохимияһы ҒТИ‑нда эшләй: ядро геофизикаһы бүлеге мөдире, дир. урынбаҫары, сектор мөдире; 1967 й. башлап И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть һәм газ ин‑тында, 1990 й. — РФА‑ның Нефть һәм газ проблемалары ин‑тында төп ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 2000 й. алып “Пангея” ЯАЙ‑нда (бөтәһе лә — Мәскәү) баш белгес. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге ядро геофизикаһы, петрофизика, скважиналарҙы геофизик тикшереү проблемаларын өйрәнеүгә бәйле. Р. тарафынан тоҡомдарҙың күҙәнәклелеген билдәләү, нефтле һәм газлы ҡатламдарҙы табыу методикалары камиллаштырыла; төрлө составлы ҡатламдарҙың нефть һәм газ м‑н тулылығын билдәләү өсөн импульслы нейтрон каротаждың ике зондлы ысулы тәҡдим ителә, тәүге тапҡыр Монте-Карло алымы м‑н ядро геофизикаһы мәсьәләләренең статистик моделен әҙерләү алгоритмдары һ.б. төҙөлә һәм ҡулланыла. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 22 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Радиоактивные и другие неэлектрические методы исследования скважин. М., 1982; Геофизические методы контроля разработки нефтяных и газовых месторождений. М., 1991 (авторҙ.).

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Текст на русском языке