РАУЗЕР‑ЧЕРНОУСОВА Дагмара Максимилиановна (19.3.1895, Мәскәү — 12.6.1996, шунда уҡ), стратиграф‑микропалеонтолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1945), проф. (1962). СССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1965). 2‑се Мәскәү ун‑тын тамамлаған (1918). Фәнни эшмәкәрлеге һуң палеозойҙың стратиграфияһы һәм микропалеонтологияһы, фораминиферҙарҙың систематикаһы һәм морфологияһы проблемалары, Рәсәйҙең төрлө фациаль карбон һәм пермь ултырмаларының биостратиграфик шкалаларын төҙөү һәм корреляциялау м‑н бәйле. Р.‑Ч. тарафынан Урал алды нефть ятҡылыҡтарын, ш. иҫ. Ишембай нефть ятҡылығын, үҙләштергәндә һуң палеозой ҡатламдарын үтә ныҡ ваҡлап айырыу ысулы эшләнә һәм ҡулланыла. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ленин пр. лауреаты (1965). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1952), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), “Почёт Билдәһе” (1975) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Фораминиферы верхнекаменноугольных и артинских отложений Башкирского Приуралья. М.; Л., 1949 (авторҙ.).

Н.В.Горева

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.