РАВВИН (боронғо йәһүдсә рабби – минең остазым), иудаизмдағыдәрәжә, дини белем алғандан һуң бирелә һәм конгрегацияға йәки общинаға идара итеү, юғары дини уҡыу йортонда (иешива) уҡытыу, дини суд ағзаһы булыу хоҡуғын бирә.

Рәсәйҙә Р. община ағзалары тарафынан 3 йылға һайлана, губерна власы органдары тарафынан раҫлана (Йәһүдтәр т‑да положение, 1804). Р. общинанан хеҙмәткә түләү ала, 1835 й. тиклем уларға йола башҡарған өсөн хаҡ алыу тыйыла. 1857—1917 йй. общиналарҙа ҡаҙна (властар тарафынан раҫлана, дәүләт учреждениеларында община мәнфәғәттәрен яҡлай, метрика кенәгәләрен алып бара, исем ҡушыу, сөннәткә ултыртыу, никах, ерләү йолаларын һ.б. башҡара) һәм дини (ҡаҙнаныҡыларға буйһона) Р. айырыла.

Өфө общинаһының билдәле Р.: дини – Л.А.Голынко (19 б. аҙ.); ҡаҙна — Г.А.Левитан (1900), А.Р.Альберт (1903), М.И.Аптекарь (1904 й. алып, 1918), Ш.А.Богин (1914—17); И.Н.Марголин (1919—20), Б.М.Хейфец (40—50‑се йй.). Өфөнөң һәм БР‑ҙың баш Р. — Д.Кричевский (2000 й. алып).

Әҙәб.: Шкурко Э.А. Евреи в Башкортостане: полтора века истории. Уфа, 2007.

Э.А.Шкурко

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018