ПУЧКОВ Виктор Николаевич (17.8. 1938, Тула ҡ.), геолог. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (2000), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1978), проф. (1993). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1999). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1960) СССР ФА Коми филиалының Геология ин‑ты (Сыктывкар ҡ.) ғилми хеҙм‑ре, 1974 й. алып РФА Урал бүлексәһе Геология һәм геохимия ин‑тының (Екатеринбург ҡ.) төбәк геологияһы һәм геотектоникаһы лаб. мөдире; 1991 й. башлап Геология ин‑ты директоры. Фәнни эшмәкәрлеге Уралдың һәм уға сиктәш терр‑яларҙың геодинамикаһын, палеонтологияһын, стратиграфияһын, тектоникаһын өйрәнеүгә бәйле. П. тарафынан неомобилизмдың, литосфера плиталары тектоникаһының төп фекерҙәре үҫтерелә, тектоник‑формацион анализ нигеҙендә пассив палеоконтиненттар ситенең диагностик билдәләре айырып күрһәтелә, уларҙың рифлы тәбиғәте иҫбатлана һәм үҫеш стадиялары билдәләнә; Уралда төбәк тикшеренеүҙәр практикаһына фаунаның яңы төркөмдәре (конодонттар) индерелә, уларҙы эҙләү һәм үҙләштереү методикаһы камиллаштырыла. П. ҡатнашлығында Уралдың тектоник картаһы төҙөлә (1976). 800‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Бөтә Рәсәй геол. йәмғиәтенең почётлы ағзаһы (2008). П. исеме м‑н конодонттарҙың Tanaisognathus puchkovi төрө аталған.

Х е ҙ м.: Структурные связи Приполярного Урала и Русской платформы. Л., 1975; Палеогеодинамика Южного и Среднего Урала. Уфа, 2000; Геология Урала и Приуралья (актуальные вопросы стратиграфии, тектоники, геодинамики и металлогении). Уфа, 2010.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Яндекс.Метрика