ПРОТАЗАНОВ Яков Александрович (4.2.1881, Мәскәү — 8.8.1945, шунда уҡ), кинорежиссёр. РСФСР‑ҙың (1935) һәм Үзбәк ССР‑ының (1943) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Мәскәү коммерция уч‑щеһын тамамлаған (1900). Ватан кинематографияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 80‑дән ашыу нәфис фильм төшөргән: “Отец Сергий” (1918), “Өс миллион хаҡында процесс” (“Процесс о трёх миллионах”; 1926), “Изге Йорген байрамы” (“Праздник святого Йоргена”; 1930), “Бирнәһеҙ ҡыҙ” (“Бесприданница”; 1937, Халыҡ‑ара биҙәү сәнғәте күргәҙмәһе лауреаты; Париж, 1937), “Насретдин Бохарала” (“Насретдин в Бухаре”; 1943) һб. Һуңғы эштәре араһында — “Салауат Юлаев” тарихи фильмы.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.