ПРОКИН Василий Александрович (30.12.1922, Екатеринбург губ. Шата а.), тау инженеры‑геолог. Геол.- минералогия ф. д‑ры (1973), проф. (1980). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1999), БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск тау ин‑тын тамамлағандан һуң (1951) “Уралцветметразведка” тресы Баймаҡ геол. разведка партияһының өлкән геологы, баш инженеры; 1957— 62 йй. (тематик партия нач.) һәм 1968—75 йй. (баш геолог) Башҡ‑н терр. геол. идаралығында, 1962 й. алып Геология ин‑тының металдар бүлеге мөдире, 1975 й. — РСФСР Геология министрлығының минераль ресурстар идаралығы (Мәскәү) нач. урынбаҫары, 1977 й. — Свердловск тау ин‑тының файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтары геологияһы каф. мөдире; 1986 й. башлап РФА Урал бүлексәһенең Геология һәм геохимия ин‑тында (Екатеринбург ҡ.): мәғдән ятҡылыҡтары лаб. мөдире, 1990—2003 йй. баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге Уралдың геологияһын, металлогенияһын өйрәнеүгә бәйле. Маҡан, Подольск, Юбилейный баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша. П. тарафынан баҡыр мәғдәндәренә, алтынға һ.б. прогноз һәм металлогеник карталар төҙөлә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. лауреаты (2004). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), 3‑сө дәрәжә Дан (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Закономерности размещения колчеданных месторождений на Южном Урале. М., 1977; Медноколчеданные месторождения Урала: в 3 т. Свердловск, 1985—1992 (авторҙ.).

Әҙәб.: А р х и п о в а Н.П., Ф и л а т о в В.В. Исследователи природы Урала. XX век. Екатеринбург, 2001.

М.Ғ.Моталов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика