ПРОЗИН Владимир Павлович (21.6. 1927, Өфө — 8.9.2009, шунда уҡ), тау инженеры. Свердловск тау ин‑тын тамамлағандан һуң (1953) Урал терр. геол. идаралығының (Свердловск ҡ.) Полднево геол. разведка партияһында эшләй. 1958 й. алып “Башкиргеология” ПБ‑нда: өлкән инженер, 1960 й. башлап быраулау б‑са өлкән белгес, 1961—87 йй. производство‑техник бүлек начальнигы. Көнбайыш Озёрный, Подольск, Юбилейный баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1980).

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика