ПРАВОСЛАВИЕЛА БЛАЖЕННЫЙҘАР, донъя рәхәтлектәренән, туғандарынан һәм дөйөм ҡабул ителгән йәшәү рәүешенән үҙ ирке м‑н баш тартҡан фиҙакәрҙәр. Монахлыҡ ҡабул итмәйенсә аскетлыҡ тормошо м‑н йәшәү рәүеше (ҡара: Дини аскетизм) алып баралар, доға уҡыуға биреләләр. П.б. Алланан бүләккә әүлиә һәм аҡыл ала, тип иҫәпләнә, шуға күрә уларға дини әңгәмәләр ҡороу һәм кәңәштәр алыу өсөн мөрәжәғәт итәләр. Яңғыҙлыҡ йәһәтенән йөргөнсө, блаженный, халыҡтан айырым йәшәүселәр айырыла. П.б. диуаналар айырым төркөм булып тора, уларҙы сиркәү халыҡ өмөттәрен сағылдырыусы тип ҡарай. Уларҙа күрәҙәлек һәләте була, ғәҙелһеҙлекте фашлай; аңлы рәүештә үҙҙәрен аҡылдан яҙған кеше һымаҡ тота. Өфө епархияһында П.б. араһында иң билдәлеләре: хөрмәтләнеүсе изге булараҡ дан алған халыҡтан айырым йәшәгән Варвара; диуаналар Павла Бирская (Казанцева Параскева; ?—1891), Иулитта Уфимская (Зуева Иулитта Борисовна; 1807—1903), Косьма Бирский (Колотов Кузьма Иванович; 1775—1882), блаженный Михаил Дуванейский (Михаил Наумович; 1798—1876).

Әҙәб.: Подвижницы Уфимского Благовещенского женского монастыря игумения Филарета и раба Божия, юродивая Иулитта. Уфа, 1909.

Н.П.Зимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика