ПРАВОСЛАВИЕ ЙОЛАЛАРЫ, православиелағы традицион йолалар. П.й. нигеҙен 7 изге йола тәшкил итә: суҡындырыу, изге май м‑н бәрәкәтләндереү, тәүбәгә килеү, евхаристия (Алла бәрәкәтенә ҡушылыу), никах, изге йолалар башҡарыуға бағышлау һәм изге май һөртөү (уларҙы епископтар һәм руханиҙар башҡара). П.й. ғибәҙәт (изге май һөртөү, һыуҙы изгеләндереү һ.б.), ҡәҙимге (мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу, торлаҡты изгеләндереү һ.б.), символик (тәре йөрөшө һ.б.) төрҙәргә бүленә. П.й. йола башҡарыуҙың ҡатмарлы системаһын тәшкил итә, ғибәҙәт йолалары башҡарыу (көндәлек, йәкшәмбе һәм байрам) үҙәге булып тора. Ғибәҙәт йолаларының төп элементтары: доға, йыр, баш эйеү, һыу бөркөү, шәм яндырыу, изге текстар уҡыу (ҡара: Дини китаптар) һ.б. Литургия (обедня) төп сиркәү хеҙмәте иҫәпләнә, уның барышында Алла бәрәкәтенә ҡушылыу йолаһы үтәлә.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика