ПРАВОСЛАВИЕ РУХАНИҘАРЫ, православиела дини йолаларҙы һәм хеҙмәттәрҙе проф. нигеҙҙә үткәреү м‑н шөғөлләнгән һәм иерархиялы корпорацияларға ойошҡан йола башҡарыу хеҙм‑рҙәре (рухани һәм сиркәү хеҙм‑рҙәре). П.р. ҡараға (монахлыҡ) һәм аҡҡа (мәхәлләлә, “донъялыҡта” көн итеүсе) бүленә. Рухани хеҙм‑рҙәре хиротония (рухани санына бағышлау йолаһы) аша “алла бәрәкәте”нә эйә була һәм Алла м‑н кеше араһында аралашсыға әүерелә, тип һанала; улар үҙ аллы дин хеҙмәттәре, йолалар, хөрәфәттәр башҡарырға хоҡуҡлы. Сиркәү иерархияһында изге булыуҙың 3 дәрәжәһе бар: юғары (тик монахлыҡта) – архиерей (патриарх, экзарх, митрополит, архиепископ,епископ, викар епископ); уртансы – рухани (протоиерей, протопресвитер, иерей; монахлыҡта — архимандрит, игумен, иеромонах); түбәнге — дьякон (протодьякон; монахлыҡта — архидьякон,иеродьякон). Сиркәү хеҙм‑рҙәре (причетниктар): ҡарала – монах, послушник; мәхәллә руханиҙарында —иподьякон, псаломсы, сиркәү йырсыһы һәм ҡысҡырып уҡыусыһы, пономарь (1885 й. тиклем дьячок). Уларҙың дәрәжәләре юҡ, вазифаға епископ тарафынан тәғәйенләнә, йола хеҙмәттәрен әҙерләүҙә һәм башҡарыуҙа ярҙамлашыу бурысын үтәй.

Башҡортостанда П.р. 16 б. аҙ. тәүге сиркәүҙәр һәм монастырҙар асылғандан һуң барлыҡҡа килә. Өфө епархияһы ойошторолғанға тиклем Урыҫ православие сиркәүенең Ҡазан (Урал буйы өлөшө) һәм Тубыл (Урал аръяғы өлөшө) епископтарына буйһона. Урындарҙа власты поп старосталары, 1721 й. алып дини идарасылар бойомға ашыра. Ҡара руханиҙар монастырь хужалығы иҫәбенә йәшәй, секулярлаштырыуҙан һуң аҡсалата түләү бирелә. 16 б. аҙ. – 18 б. ул башлыса ике енестән булған ҡәҙимге монахлыҡ иткәндәрҙән тора (2 тиҫтәнән артыҡ түгел). Ауылдарҙағы һәм ҡалаларҙағы күпселек руханиҙарҙың матди тәьминәтенең нигеҙен башҡорттарҙың аҫаба ерҙәре ҡуртымы, ш. уҡ урындағы власть биргән ерҙәр һәм мәхәлләселәрҙең треба өсөн түләүҙәре тәшкил итә. Аҡ руханиҙар һанының артыуы Ырымбур сик һыҙығы ҡәлғәләрендә яңы мәхәлләләр асылыу иҫәбенә бара, сиркәү вазифаларын, ғәҙәттә, руханиҙарҙың, дьякондар һәм причетниктарҙың балалары биләй. 1860‑сы йй. 2‑се ярт. православиеға башҡа диндән күсеүселәр өсөн мәхәлләләргә руханиҙар һәм дьякондар әҙерләү башлана, ул Н.И.Ильминский системаһы б‑са тормошҡа ашырыла. Улар дини училищеларҙа, сиркәүәхәллә мәктәптәрендә оҙаҡ йылдар уҡытҡандан һуң йәки Өфөләге дини семинарияны, Ырымбур дини семинарияһын һәм миссионерлыҡ курстарын (ҡара: Дини белем биреү) тамамлағандан һуң сан ала.

1876 й. Өфө епархияһында 815 рухани һәм сиркәү хеҙм‑ре була: 2 игумен, 7 протоиерей, 215 иерей, 94 дьякон, 224 дьячок, 43 штаттан тыш рухани хеҙм‑ре; 23 монах, 11 монахиня, 44 послушник, 152  послушница. 1917 й. 18 протоиерей, 519 иерей, 171 дьякон, 387 дьячок; 100‑гә яҡын монах, 400 монахиня, 200 послушник, 1660 послушница була. 1920—30‑сы йй. П.р. һаны ҡапыл кәмей, дини сығыш һәм санға эйә булыу йыш ҡына сәйәси репрессиялар өсөн нигеҙ булып тора. 1938 й. 800‑гә яҡын кеше репрессиялана. 1945 й. Өфө епархияһының П.р. 23 рухани м‑н 2 дьякондан; 1948 й. — 47 рухани, 8 дьякон, 30 псаломсынан тора, шуларҙың 33‑ө ҡала, 7‑һе — ҡасаба, 45‑е ауыл ҡорамында хеҙмәт итә. 1945—50 йй. епархияла “йөрөп эшләүсе” руханиҙар институты эшләй, улар теркәлмәгән мәхәлләләрҙе хеҙмәтләндерә. 90‑сы йй. алып П.р. һаны арта, 2002 й. аҙ. 179 кеше иҫәпләнә, 2011 й. аҙ. — 247 кеше. П.р. араһында билдәлелек яулайҙар: Августин, Андрей, Антоний III, В.Ф.Владиславлев, Дионисий I, Евграф, Евпраксия, П.П.Желателев, Зосима II, Иларион, Иоанн I, Иоанн (Гордеев), Иов, Иустин, Мефодий, Михаил, Моисей, Никанор, Симон, Таврион, Филарета, А.Ф.Юртов.

Әҙәб.: Конюченко А.И. Приходское духовенство Оренбургской епархии во 2‑й половине ХIХ — начале ХХ вв. Оренбург, 1996; Сергеев Ю.Н. Православное духовенство Южного Урала: очерки истории духовного сословия (вторая половина XVI—XVIII вв.). Уфа, 2004; Сергеев Ю.Н., Абдулов Н.Т. Уфимская епархия в 1943—1964 гг.: очерки истории государственно-церковных отношений. Уфа, 2000.

Н.П.Зимина, Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика