ПРАВОСЛАВИЕ ИЗГЕ ТИХОН ГУМАНИТАР УНИВЕРСИТЕТЫ. Мәскәүҙә урынлашҡан. Өфөләге уҡыу‑консультация пункты 1995 й. Богородский‑Өфө сиркәүе эргәһендә ойошторола, 1998 й. алып Крестовоздвиженский сиркәүе эргәһендә эшләй. 2008 й. ябыла. Китапханаһы була. Уҡыу ситтән тороп уҡыу бүлегенең дини тәғлимәт, миссионерлыҡ һәм пед. ф‑ттарында 3 һөнәр б‑са алып барыла. Уҡыусылар дини тәғлимәт б‑са база белеме ала. 200‑ҙән ашыу белгес әҙерләнә. Пункт мөдирҙәре: протоиерейВ.В.Мохов (1995 й. алып), Н.П.Зимина(1997 й.), протоиерейҙар Б.Б.Развеев(1997 й. алып), Р.К.Хәбибуллин (1998 й. алып).

Н.П.Зимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика