ПРАВОСЛАВИЕ, христианлыҡта төп йүнәлештәрҙең береһе. 395 й. Рим империяһы Көнсығыш һәм Көнбайыш өлөштәргә бүленгәндән һуң, уның көнбайыш тармағы булараҡ барлыҡҡа килә, 1054 й. христиан сиркәүе католик (ҡара: Католицизм) һәм православие сиркәүҙәренә бүленгәс, дин ғилеме булараҡ формалаша. Дин ғилеме сығанаҡтары – Библия һәм Изге Риүәйәт. Төп догматтары: Алланың өслө берлеге, Алланың кешелә кәүҙәләнеше, ҡорбан килтереү аша ярлыҡаныу, терелеү, олғашыу, Иисус Христостың ҡабат ҡайтыуы; 4—8 бб. формалаштырыла. Православие руханиҙары ҡара (монахлыҡ) һәм аҡҡа (мәхәллә) бүленә. П. берҙәм дини үҙәк һәм сиркәү башлығы юҡ. П. үҫеше барышында 15 үҙ аллы сиркәү хасил була: Албан, Александрия, Америка, Антиохия, Болгар, Грузин, Иерусалим, Кипр, Константинополь, Поляк, Румын, Серб, Урыҫ православие сиркәүе, Чех ерҙәре һәм Словакия, Эллада (Грек). Православие байрамдарына ҙур әһәмиәт бирелә. П. бөтә христиан йолалары (яңы тыуған сабыйҙарҙы һыуға сумдырыу, суҡындырғандан һуң, изге май һөртөү һ.б.) таныла.

Башҡортостанда П. Урыҫ православие сиркәүе һәм старообрядсылар ойошмалары (ҡара: Старообрядсылыҡ) кәүҙәләндерә. Шулай уҡ ҡара: Беглопоповсылар, Белокриницкий иерархияһы, Беспоповсылар, Диндәшлек.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика