ПОРФИРИЙ (донъяуи исеме Соколовский Павел Иванович; 1811, Түб. Новгород губ. — 3.6.1865, Томск ҡ.), дин әһеле, тәүге Өфө һәм Минзәлә епискобы (1859—60). Дини тәғлимәт магистры (1836). Архимандрит (1845). Монахлыҡ ҡабул иткән (1835). Түб. Новгород дини семинарияһын (1832), Мәскәү дини акад. (1836) тамамлаған. 1836 й. алып Өфө, 1846 й. – Сембер, 1849 й. — Тамбов дини семинариялары инспекторы. 1851 й. башлап Тубыл ҡ. дини семинарияһы ректоры һәм Знаменск монастыры, 1854 й. — Кострома ҡ. Богородица Игрица монастыры настоятеле. 1858 й. алып Мәскәү епархияһының Дмитровск викар епискобы. 1860 й. башлап Томск епархияһында хеҙмәт итә. 1864 й. ялға китә. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында Ырымбур һәм Өфө епархиялары араһында сик булдырыу, сиркәү мөлкәтен бүлеү м‑н шөғөлләнә.

Н.П.Зимина, Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика