ПОПОВСЫЛАР, 17 б. аҙ. старообрядсылыҡта барлыҡҡа килгән ағымдарҙың береһе. П. изге йолаларҙы, сиркәү иерархияһын һаҡлаған. П. диндәштәр (ҡара: Диндәшлек), беглопоповсылар, Белокриницкий иерархияһы бүленеп сыҡҡан.

Башҡортостанда П. 18 б. 1‑се ярт. Табын ҡәлғәһендә старообрядсылар монастыры нигеҙләнгән ваҡытта барлыҡҡа килә. 18 б. уртаһында П. общиналары Үрге Троицк заводында, Түбәнге Троицк заводында, Өҫән-Ивановка заводында эшләй; 1849 й. Бөрө өйәҙендә, Бәләбәй өйәҙендә, Өфө өйәҙендә, Стәрлетамаҡ өйәҙендә 4283 П. иҫәпләнә. 1909 й. Өфө губернаһында 10 П. общинаһы һанала. 30‑сы йй. общиналар тарҡатыла. БР‑ҙа 3 П. общинаһы теркәлгән (2008).

Әҙәб.: Данилко Е.С. Старообрядчество на Южном Урале: очерки истории и традиционной культуры. Уфа, 2002.

Е.С.Данилко

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика