ПОПОВ Владимир Георгиевич (11.8. 1941, Новочеркасск ҡ.), гидрогеолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1987), проф. (1990). Новочеркасск политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1964) Башҡ‑н терр. геол. идаралығының Көнбайыш Башҡ‑н комплекслы геол. экспедицияһында өлкән гидрогеолог, 1973 й. алып Геология ин‑тында: 1977 й. алып нефть һәм газ геологияһы лаб. өлкән, 1987 й. — төп ғилми хеҙм‑ре, бер үк ваҡытта гидрогеология кабинеты мөдире. 1989 й. башлап М.И.Платов ис. Көньяҡ Рәсәй политехник ун‑тында (Новочеркасск). Фәнни эшмәкәрлеге генетик гидрогеохимияға арналған. П. тарафынан Көньяҡ Уралдың һәм Башҡортостандың Урал алдының геол. структураларындағы гидрогеодинамик һәм гидрогеохимик процестар, ер аҫты һыуҙарының барлыҡҡа килеү һәм урынлашыу, уларҙы һаҡлау һәм файҙаланыу проблемалары өйрәнелә. Оло Ыҡтамаҡ (Мәсетле р‑ны), Дүртөйлө һ.б. төр‑ көмдәрҙең минераль һыу ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Гидрогеохимия и гидрогеодинамика Предуралья. М., 1985; Геохимия и формирование подземных вод Южного Урала. Уфа, 2010 (авторҙ.); Ионообменная концепция в генетической гидрохимии. Уфа, 2013 (авторҙ.).

Р.Ф.Абдрахманов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика