ПОПКОВСКИЙ КҮЛДӘРЕ, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2003). Хәйбулла р‑ны Воздвиженка а. төньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны 10 га. Ҡороған ике күлдән тора. Ландшафы ҡайын һәм уҫаҡ урмандарынан, ҡыуаҡтар баҫҡан далаларҙан һәм тоҙло болондарҙан ғибәрәт, тал, май әлмороно, һары акация осрай. Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫә: РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән дала шыҡтымы, БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән ваҡсәскә соссюреяһы, Залесский ҡылғаны, сатраш сыбар сәскә, себер күбәләк сәскәһе. Бурһыҡ, ташлы ерҙәрҙә — бесәнсе ҡомаҡ йәшәй.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Яндекс.Метрика