“ПОБЕДА”, кинокомплекс, ЯСЙ. 1948 й. Өфөлә кинотеатр булараҡ асыла, 2000 й. хәҙ. статусын ала. 368 урынлыҡ кинозалы, заманса ҡорамалы булған киноаппарат бүлмәһе, холы, бары, кафеһы бар. 2007 й. 2800 киносеанс үткәрелгән (170 меңдән ашыу тамашасы). “П.” эргәһендә 2000 йй. башына тиклем киноуниверситет, кинолекторийҙар, 1963—93 йй. Советтар Союзы Геройы разведчик Н.И.Кузнецов ис. музей эшләй; бында кинофестивалдәр, ижади осрашыуҙар үткәрелә. Кинокомплекс бинаһы 20 б. 1‑се ярт. ҡараған архитектура ҡомартҡыһы булып тора.

Н.Н.Дьяконова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Илл.: “Победа” кинокомплексы

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018