ПЛАКСИН Игорь Николаевич (25.9. 1900, Өфө — 15.3.1967, Мәскәү), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1937), проф. (1934). СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1946). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Алыҫ Көнсығыш ун‑тын тамамлағандан һуң (Владивосток, 1926) СССР ФА‑ның Химия ин‑тында (Ленинград) эшләй, 1928 й. алып Мәскәү тау акад. алтын һәм ағалтын металлургияһы каф. мөдире һәм төҫлө металдар ф‑ты деканы; 1930 й. башлап Мәскәү ҡорос ин‑тында: затлы металдар металлургияһы каф. мөдире һәм металлургия ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 1932—34 йй., 1938—41 йй. А.А.Скочинский ис. Тау эше ин‑тының (Мәскәү өлк.) фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 1944— 67 йй. файҙалы ҡаҙылмаларҙы байыҡтырыу бүлеге мөдире һәм 1947—55 йй. дир. урынбаҫары; 1941—43 йй. Бөтә Союз файҙалы ҡаҙылмаларҙы механик эшкәртеү һәм байыҡтырыу ин‑тының фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, бер үк ваҡытта Урал политехник ин‑тының (икеһе лә — Свердловск ҡ.) затлы металдар металлургияһы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге файҙалы ҡаҙылмаларҙы байыҡтырыу һәм гидрометаллургия өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле. П. тарафынан мәғдәндәрҙән затлы металдар алыу ысулдары, флотация ярҙамында мәғдән һәм күмерҙе байыҡтырыу технологиялары камиллаштырыла, селектив флотация алдынан пульпаны эшкәртеү алымы һ.б. эшләнә. 800‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 50 уйлап табыу авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1951, 1952). Ленин (1953), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. П. исеме м‑н Владивосток ҡ. урам аталған, Мәскәү ҡорос һәм иретмә ин‑ты һәм А.А. Скочинский ис. Тау эше ин‑ты биналарына мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Х е ҙ м.: Гидрометаллургические методы обработки медистых песчаников Урала. М.; Л., 1931 (авторҙ.); Новая технология обогащения свинцово‑цинковой руды. М., 1961 (авторҙ.); Инфракрасная спектроскопия поверхностных слоёв реагентов на минералах. М., 1966 (авторҙ.).

Әҙәб.: Г л е м б о ц к а я Т.В. Игорь Николаевич Плаксин. М., 1982.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика