ПИРОЖОК Пётр Иванович (3.9.1927, Украина ССР‑ы Семёново а.), тау инженеры‑геолог. БР‑ҙың атҡ. геологы (1995). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск тау ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) Учалы тау‑байыҡтырыу комб‑тында эшләй: 1962 й. алып өлкән геолог, 1977 й. — баш геолог урынбаҫары, 1985—96 йй. баш геолог. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге мәғдән ятҡылыҡтарының геологияһы м‑н бәйле. П. тарафынан баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарында мәғдәндәрҙең сифатын геол.‑технологик яҡтан билдәләүҙе уҙып киткән урталыҡты табыу режимында мәғдән сығарыу технологиялары эшләнә һәм индерелә. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1985). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Учалинское медно‑цинково‑колчеданное месторождение Уральского типа. Уфа, 1992 (авторҙ.); Минеральные ресурсы Учалинского горно‑обогатительного комбината. Уфа, 1994 (авторҙ.).

Әҙәб.: Золотое сердце Учалов. Уфа, 1999.

А.В.Чадченко

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика