ПИЛЬНОВ Михаил Григорьевич (17.11.1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Мәләүез а., хәҙ. Мәләүез ҡ., — 21.2.2015, шунда уҡ), кинооператор, журналист. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1986). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Журналистар союзы ағзаһы (1962). Салауат индустрия техникумын (1965), КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1971) тамамлаған. 1950 й. алып Мәләүез ҡ. төрлө пр‑тиеларында, 1955 й. — “Путь Октября” гәз. эшләй: 1961 й. башлап бүлек мөдире, 1967—86 йй. баш мөхәррир урынбаҫары. “Зёрнышко” халыҡ к/ст ойоштора, унда 70‑тән ашыу документаль фильм төшөрә: “Рәйес меридианы” (“Председательский меридиан”; 1978, Бөтә Рәсәй халыҡ ижады смотры лауреаты, Мәскәү, 1978), “Һин беҙҙә берәү генә” (“Ты у нас одна”; 1982, Респ. һәүәҫкәр фильмдар фестивале лауреаты, Өфө, 1982), “Хушлашыу салюты, йәки Икенсе донья һуғышының Һуңғылары” (“Прощальный салют, или Последние из Второй мировой”; 2000, “Ер һәм кешеләр” Асыҡ респ. фестивале лауреаты, Мәләүез, 2000). Төбәктең тәбиғәтенә арналған хикәйәләр һәм очерктар йыйынтыҡтары авторы: “Минең ҡамғаҡ” (“Моё перекати‑поле”; 2002), “Бер ваҡыт…, йәки Үткәнгә саҡырыу” (“Однажды..., или Приглашение в прошлое”), “Сирень ботағы” (“Ветка сирени”; икеһе лә — 2005) һ.б. йыйынтыҡтар. Б.Рафиҡов ис. пр. лауреаты (2005). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд.м‑н бүләкләнгән (1985).

Г.Ю.Муллабаева

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Яндекс.Метрика