ПЕТРОПАВЛОВСКИЙ Сергей Анатольевич (21.9.1909, Вологда губ. — 1958 й. авг.), геофизик. Свердловск тау ин‑тын тамамлаған (1947). Производство эшмәкәрлеге Уралда мәғдән геофизикаһының барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше м‑н бәйле. П. ҡатнашлығында Урта һәм Көньяҡ Уралдағы баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын эҙләүҙә һәм разведкалауҙа тикшеренеүҙәрҙең геофизик ысулдары индерелә; Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығын асыуҙа һәм геол. өйрәнеүҙә ҡатнашҡан. Сталин пр. лауреаты (1949). Ленин (1953), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) орд. м‑н бүләкләнгән. П. исеме м‑н Сибай ҡ. урам аталған.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.