ПЕТРОПАВЛОВКА, Тере Танып й. басс. һаҙлыҡ. Тәтешле р‑ны Петропавловка а. көньяҡ‑көнсығыш ситендә урынлашҡан. Тере Танып й. ташҡын‑һыубаҫар туғай комплексына инә. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 360,0 га. Туйыныуы ҡатнаш. Тал, ҡара ерек, ҡара ҡарағат, муйыл, бесәй үләне, һаҙ ҡолонғойроғо, йылға ҡыҫыр сәскәһе, кәкүкбаш, күрән һ.б. үҫә. Аҡ ҡуян, үр ҡуяны, ҡыҙыл төл‑ кө, мышы, ҡара төйлөгән һ.б. йәшәй. Күсәр ҡоштар мөншөгөр, бәләкәй мөншөгөр, һаҙ ҡаҙы, һоро торна, һаҙғыраҡ сөрәгәй, һоро өйрәк һ.б. туҡтала.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.