ПАРТИЗАН МУЗЕЙЫ, Мәләүез р‑ны Дарьино а. урынлашҡан (Партизан а/с ҡарай, исеме шунан алынған). 1987 й. йәмәғәтселек башланғысында ойошторола, 1994 й. алып Милли музей, 2002 й. — Милли әҙәби музей филиалы, 2006 й. башлап Партизан тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Музей фондында 3,9 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. археологик һәм палеонтологик табылдыҡтар (Сармат мәҙәниәте скипетры һәм хәнйәрҙәре, бизон һәм мамонт һөлдәһенең өлөштәре), 19—20 бб. башы этнографик коллекцияһы (традицион костюм, өйҙә йөн иләү һәм туҡыу, тимерселек һөнәре предметтары, урыҫтарҙың ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы).

Л.А.Чишкова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018