ПАРЛАМЕНТ ТАРИХЫ МУЗЕЙЫ. Өфөлә урынлашҡан. 2002 й. БР парламенты тарихы музейы булараҡ ойошторола. Музей фондында 2 меңгә яҡын һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. С.П. Балахонцев, Ш.Ә.Ҡолбәков, М.М. Рәмиев, Ғ.Ш.Сыртланов, М.М.Туҡаев һ.б. т‑да, Башҡорт мәркәз шураһы, Башҡортостан хәрби‑революцион комитеты эшмәкәрлегенә арналған уникаль фото‑ һәм документаль материалдар; БР‑ҙа парламентаризмдың барлыҡҡа килеү тарихын һәм үҫешен сағылдырған китаптар, значоктар, публикациялар, 1925 й., 1937 й., 1978 й., 1993 й. ҡабул ителгән һәм 2000 й., 2002 й. яңыртылған БАССР һәм БР Конституцияларының төп нөсхәләре, ш. уҡ Ф.В.Солтановтың шәхси әйберҙәре, фотографиялары, Е.Ф.Андрианованың БАССР ҮБК ағзалыҡ билеты (1934), БАССР ЮС‑ы депутаты Ш.Ш. Тимерғәлиеваның таныҡлыҡтары һәм значоктары (1938) һ.б. Музейҙа дәүләт эшмәкәрҙәренең юбилейҙары айҡанлы хәтер кисәләре үткәрелә.

Әҙәб.: Ш а к и р о в а А. Башҡортостан Республикаһы парламенты тарихы музейы //Ватандаш. 2003. №5.

А.С.Шакирова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Яндекс.Метрика