ПЕЙВЕ Александр Вольдемарович (9.2.1909, Псков губ. Семенцово а. — 21.12.1985, Мәскәү), геолог. СССР ФА акад. (1964), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1946). Соц. Хеҙмәт Геройы (1979). Мәскәү геол. разведка ин‑тын тамамлаған (1930). 1960 й. алып СССР ФА‑ның Геол. ин‑ты (Мәскәү) директоры. Фәнни эшмәкәрлеге геосинклиналдәр теорияһын уйлап табыуға, горизонталь тектоник хәрәкәттәрҙең ролен асыҡлауға, геол. үткән замандың океан ҡабығын һәм файҙалы ҡаҙылмалар барлыҡҡа килеү законлыҡтарын өйрәнеүгә арналған. Тәрәндәге һынылыштар һәм уларҙың магматизм һәм металлогения м‑н бәйләнеше т‑дағы тәғлимәткә нигеҙ һалыусы. П. тарафынан Төп Урал һынылышы айырып күрһәтелә. Боксит, фосфорит, калийлы тоҙ ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнашҡан. СССР‑ҙың 1:5000000 масштаблы тектоник кар‑ таһы (1956), Евразияның 1:5000000 масштаблы тектоник картаһы (1966) авторҙашы. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. СССР ФА‑ның Геол. ин‑ты хеҙмәттәренең баш мөхәррире (1960 й. алып), Халыҡ‑ара тектоник карталар комиссияһы рәйесе (1961 й. алып), Халыҡ‑ара донъя тектоник картаһы ярҙамсы комиссияһы президенты (1972 й. алып), Совет халыҡ‑ара геол. корреляция программаһы ком‑ты рәйесе (1975 й. алып). Америка геол. йәмғиәтенең почётлы ағзаһы (1975 й. алып). Сталин пр. (1946), СССР‑ҙың Дәүләт пр. (1969), РФ‑тың Дәүләт пр. (1995) лауреаты. Ленин (1963, 1975, 1979), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1953, 1969), “Почёт Билдәһе” (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Глубинные разломы в геосинклинальных областях //Известия Академии наук СССР. Серия геологическая. М.; Л., 1945. №5; Тектоника Североуральского бокситового пояса. М., 1947.

А.А.Пейве

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика