ПАСХА (гр. páscha), йәһүд һәм христиан байрамдарының береһе. Тәүҙә П. боронғо йәһүд ҡәбиләләренең байрамы була. Иудаизмда йәһүдтәрҙең Мысырҙан сығып китеүе хөрмәтенә билдәләнә, Мессияның килерен көтөү мн бәйле, христианлыҡта Иисус Христостың терелеүе иҫтәлегенә арналған байрам. Тәүҙә йәһүд һәм христиан П. ваҡыт бса тап килгән. Йәһүд П. (Песах) йәһүд календары бса Нисан айының 15се көнөндә башлана (григориан календары бса 19 марттан 16 апр. тиклем), 8 көн дауам итеп, ошо ваҡытта тик маца (сөсө күмәс) ашарға ярай. П. алдынан тантаналы табын ойошторола. Христиан П. диндарҙар яҙғы көн мн төн тигеҙләнгән дән һәм ай тулғандан һуң билдәләй. П. булаһы көндө иҫәпләп сығарыу өсөн пасхалия таблицалары (католицизм һәм православие өсөн төрлө) төҙөйҙәр. П. (православиела — юлиан, католиктарҙа григориан календары бса) 22 марттан 25 апр. тиклемге осорға тап килә. П. алдынан ете аҙналыҡ Бөйөк ураҙа үтә. П. хеҙмәте айырыуса тантаналы булыуы мн айырыла, ул бөтә православие ҡорамдарында үткәрелә. Иерусалимдағы Раббы Табуты Ҡорамынан алып таратыла торған Изге Ут ҙур әһәмиәткә эйә. П. ваҡытында ураҙанан һуң ауыҙ асыу табынына әҙерләнгән куличтар, пасхалар, буялған йомортҡалар (Христос терелеүе символы) изгеләндерелә. Изге Ут Башҡортостанға 2005 й. алып килтерелә.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

ПАСХА (гр. páscha), йәһүд һәм хрис тиан байрамдарының береһе. Тәүҙә П. боронғо йәһүд ҡәбиләләренең бай рамы була. Иудаизмда йәһүдтәрҙең Мысырҙан сығып китеүе хөрмәтенә билдәләнә, Мессияның килерен көтөү мн бәйле, христианлыҡта Иисус Христостың терелеүе иҫтәлегенә арналған байрам. Тәүҙә йәһүд һәм хрис тиан П. ваҡыт бса тап килгән. Йәһүд П. (Песах) йәһүд календары бса Ни сан айының 15се көнөндә башлана (григориан календары бса 19 марттан 16 апр. тиклем), 8 көн дауам итеп, ошо ваҡытта тик маца (сөсө күмәс) ашарға ярай. П. алдынан тантаналы табын ойошторола. Христиан П. дин дарҙар яҙғы көн мн төн тигеҙләнгән дән һәм ай тулғандан һуң билдәләй. П. булаһы көндө иҫәпләп сығарыу өсөн пасхалия таблицалары (католицизм һәм православие өсөн төрлө) төҙөйҙәр. П. (православиела — юлиан, католиктарҙа григориан календары бса) 22 марттан 25 апр. тиклемге осорға тап килә. П. алдынан ете аҙналыҡ Бөйөк ураҙа үтә. П. хеҙмәте айырыуса тантаналы булыуы мн айырыла, ул бөтә православие ҡорамдарында үткәрелә. Иерусалимдағы Раббы Табуты Ҡорамынан алып таратыла торған Из ге Ут ҙур әһәмиәткә эйә. П. ваҡытында ураҙанан һуң ауыҙ асыу табынына әҙерләнгән куличтар, пасхалар, буялған йомортҡалар (Христос терелеүе символы) изгеләндерелә. Изге Ут Башҡортостанға 2005 й. алып килтерелә. Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика