ӨФӨ ӨЙӘҘЕ, 1) 16 б. аҙ. Рус дәүләте составына ингән башҡорттарҙың терр‑яһында (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы) ойошторола. Сиктәре: төньяҡ‑көнбайышта — Кама й. һул яры буйлап (урыны м‑н уң ярының өлөшө); көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта – Тубыл й. (Иртыш й. ҡушылдығы) үрге ағымынан, Яйыҡ й. урта ағымынан һәм уның ҡушылдығы Илектән алып Оло һәм Кесе Өйәҙән йй. тиклем; көнбайышта – Волга й. тиклем. Башҡортостандың көнсығыш һәм төньяҡ‑көнсығыш өлөштәре Верхотор, Төмән, Тубыл, Чердынск өйәҙҙәре составына инә. Адм. үҙәге — Өфө. Өйәҙ Ҡазан даруғаһы, Нуғай даруғаһы, Себер даруғаһы, Уҫы даруғаһы һәм улустарға бүленгән. Дөйөм идара Ҡазан һарайы приказы м‑н башҡарыла, воеводалар тәғәйенләү — Разряд приказы, күрше халыҡтар м‑н дипломатик мөнәсәбәттәр — Илселек приказы, һарай улустары һәм ауылдары Оло һарай приказы ҡарамағында була. Урындағы идара органы булып Өфө приказ йорто иҫәпләнә. 18 б. башындағы адм.‑терр. реформалар барышында Ө.ө. Өфө провинцияһына үҙгәртелә. 2) 1781 й. Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Өфө провинцияһының үҙәк өлөшө инә. 1796 й. алып — Ырым- бур губернаһы, 1865 й. — Өфө губернаһы составында. 1865 й. Ө.ө. бер өлөшө Златоуст өйәҙенә инә. 18 б. аҙ. төньяҡ‑көнбайышта – Бөрө өйәҙе, төньяҡ‑көнсығышта һәм көнсығышта – Троицк өйәҙе, көньяҡ‑көнсығышта — Верхнеурал өйәҙе, көньяҡта – Стәрлетамаҡ өйәҙе, көньяҡ‑көнбайышта Бәләбәй өйәҙе м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Өфө. Майҙаны — 18672,2 км2 (1897). Халҡы: 18 б. аҙ. — 61258 кеше (ш. иҫ. башҡорттар – 8445), 1897 й. — 372906 (башҡорттар — 114493, латыштар — 1658, мариҙар — 3968, мишәрҙәр — 1176, мордвалар — 3826, татарҙар — 4523, типтәрҙәр — 9001, украиндар — 1241, урыҫтар — 228302 һ.б.). 19 б. аҙ. өйәҙҙә 335586 крәҫтиән, 27143 мещан, 5665 дворян һ.б. иҫәпләнә; мосолмандар — 125318, православие динендәгеләр — 241324 (ш. иҫ. 8876 старообрядсы), протестанттар — 1872 һ.б. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, өйәҙ терр‑яһында 7‑се башҡ. һәм 4‑се мишәр кантондары ойошторола. 1865 й. Ө.ө. — 5, 1896 й. 6 станға бүленә. 1879 й. — 25 (Архангел, Баҡай, Благовещен, Богородский, Бүләкәй‑Көҙәй, Воскресенка, Дмитриевка, Дыуанай, Илек, Йомаш, Ҡазан, Ҡара Яҡуп, Ҡырмыҫҡалы, Ҡытау, Ҡытаутамаҡ, Надеждино, Никольск, Нуғай, Осоргин, Петропавловка, Покровка, Сафар, Урман‑Көҙәй, Шәрип, Эҫем), 1917 й. 43 улус була. 19 б. аҙ. өйәҙҙә 1508 торама пункт иҫәпләнә. Халҡы башлыса игенселек, малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән. 1904 й. һөрөнтө ер майҙаны (мең дисәтинә) 216,8 тәшкил итә, ш. иҫ. арыш сәсеүлеге — 95,1, һоло — 42,2, тары — 26,1, ҡарабойҙай — 19,6, бойҙай — 11,5, борай — 10,9, борсаҡ — 4,2, картуф — 4,7; һыйыр малы — 25605 баш, йылҡы – 19067, һарыҡ — 48277, кәзә — 2773, сусҡа – 8924 баш. 20 б. башында Благовещен заводы, Ҡытау‑Ивановка заводы, Ҡытаутамаҡ заводы, Минйәр заводы, Эҫем заводтары, Әшә‑Балашов заводы, Өфө баш т. юл оҫтаханалары (ҡара: Өфө тепловоздар ре- монтлау заводы), суйын‑баҡыр ҡойоу механика з‑ды (ҡара: “Горнас”), 11 таҡта ярыу з‑ды, 7 кирбес заводы, 3‑әр һыра ҡайнатыу һәм шарап ҡыуыу заводтары, күн заводы, ағас эшкәртеү ф‑каһы, һабын ҡайнатыу з‑ды, столяр‑мебель яһау йорто һ.б. пр‑тиелар эшләй. Өфөлә, Благовещен заводы, Богородский, Вознесенка, Дәүләт Дыуанайы, Ҡырмыҫҡалы, Сафар аа. йәрминкәләр үткәрелә. 1888—90 йй. өйәҙ аша Һамар‑Златоуст т. юлы (Благовар—Өфө—Ҡытаутамаҡ участкаһы), 1914 й. — Волга‑Урал т. юлы (Шөңгәккүл—Шишмә) үтә. 154 мәсет, 57 сиркәү һәм 9 часовня (1877) иҫәпләнә. 1919 й. Ө.ө. Бүләкәй‑Көҙәй һәм Урман‑Көҙәй улустары — Көҙәй кантонына, Бишаул‑Уңғар һәм Биштәкә улустары Табын кантонына инә. 1922 й. өйәҙ бөтөрөлә, уның төп терр‑яһы — Өфө кантоны составына, 9 улусы (Ерал, Илек, Ҡарауыл, Ҡытау‑Ивановка, Ҡытаутамаҡ, Минйәр, Сергиевск, Эҫем, Әшә‑Балашов) Силәбе губернаһы Златоуст өйәҙенә инә.

Р.Ғ.Буканова, Р.Р.Фазылов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Картала: Өфө өйәҙе (20 б. башы)

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.