ӨФӨ БИҪТӘЛӘРЕ, Өфө кремле тирәләй урынлашҡан, барщина йөкләмәләренән азат ителгән торамалар. 16 б. аҙ. – 18 б. барлыҡҡа килә. 16 б. аҙ. алып Татар биҫтәһе (башҡорттар, мордвалар, татарҙар һ.б. йәшәй), 2 стрелецтар биҫтәһе — Большая Репная (Өфөнән төньяҡ‑көнсығышҡа табан Себер даруғаһы терр‑яһында) һәм Малая Репная (Өфөнән төньяҡ‑көнбайышҡа табан Ҡазан даруғаһы терр‑яһында) билдәле була. 17 б. аҙ. стрелецтар һалдат хеҙмәтенә күсерелгәс, һалдат биҫтәләре тип атала баш‑ лай. 1604 й. Шөгөр а. янында (Өфөнән төньяҡҡа табан) батша һарайы крәҫтиәндәре яңы торамаға нигеҙ һала, ул 1621 й. алып Яңы Өфө биҫтәһе тип телгә алына. 18 б. 2‑се ярт. Нижегородка губ. граф Шереметевтарҙың алпауыт крәҫтиәндәре Соҡалаҡ й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) һул ярында Нижегородка биҫтәһенә нигеҙ һала, һуңынан торама ҡаланан көнбайышта ятҡан ерҙәргә күсерелә. 19 б. биҫтә тип халыҡтың ярлы ҡатламы йәшәгән Өфө ситендәге урамдар атала башлай: Архиерейка, Золотуха, Семи‑ нарка, Труниловка һ.б. Ө.б. артабан ҡала һыҙығына инә.

Әҙәб.: Н и г м а т у л л и н а И.В. Старая Уфа: ист.-краевед. очерк. Өфө, 2004.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

 Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.