ӨФӨ ӨЛКӘҺЕ, СССР ЮС‑ы Президиумының 1952 й. 29 майындағы указы м‑н БАССР составында ойошторола. Өлкәгә респ. төньяҡ‑көнбайыш һәм төньяҡ өлөштәре инә. Төньяҡта — Молотов (ҡара: Пермь крайы) һәм Свердловск өлкәләре, көнсығыш һәм көньяҡ‑көнсығышта – Силәбе өлкәһе, көньяҡта – Стәрлетамаҡ өлкәһе, көньяҡ‑көнбайышта – Чкалов өлк. (ҡара: Ырымбур өлкәһе), көнбайышта — ТАССР, төньяҡ‑көнбайышта Удмурт АССР‑ы м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Өфө. Майҙаны — 69,19 мең км2. 38 ауыл райондары (Асҡын районы, Байҡыбаш районы, Баҡалы районы, Балаҡатай районы, Балтас районы, Бишбүләк районы, Благовар районы, Благовещен районы, Борай районы, Бөрө районы, Бүздәк районы, Бәләбәй районы, Дүртөйлө районы, Дыуан районы, Дәүләкән районы, Иглин районы, Илеш районы, Йәрмәкәй районы, Краснокама районы, Кушнаренко районы, Ҡалтасы районы, Ҡандра районы, Ҡариҙел районы, Ҡыйғы районы, Мишкә районы, Мәсетле районы, Нуриман районы, Оло Теләк районы, Өфө районы, Покровка районы, Саҡмағош районы, Салауат районы, Туймазы районы, Тәтешле районы, Шаран районы, Шишмә районы, Әлшәй районы, Яңауыл районы); 2 — өлкә (Октябрьский, Черниковск), 1 — респ. (Өфө), 4 — район (Благовещен, Бөрө, Бәләбәй, Дәүләкән) буйһоноуындағы ҡала, 12 ҡала тибындағы ҡасаба, 1 ауыл тибындағы ҡасаба советы, 803 ауыл советынан торған. Өлкә 1953 й. 30 апр. бөтөрөлә.

Р.Р.Фазылов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.