ӨФӨ КРЕМЛЕ, Ө ф ө ҡ ә л ғ ә һ е. 1586 й. Соҡалаҡ й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) тамағында урта быуаттарҙағы ҡаласыҡ (Ҡара: Өфө II) урынында төҙөлә. Башҡорттар Ө.к. Имән ҡала тип атаған. Дөйөм майҙаны яҡынса 1,2 га. Дүртмөйөш рәүешендә була. Бейеклеге 5 м, оҙонлоғо 440 м булған имән стена м‑н уратылған. Ө.к. 2 ҙур һигеҙ мөйөшлө сатыр рәүешле ике яруслы (төньяҡ өлөшөндә – төп йөрөй торған Михайловка, көньяҡта — ҡапҡалары булған Никольский йәки Соҡалаҡ башняһы), дүрт мөйөшлө (төньяҡ‑көнсығышта – Себер даруғаһын күҙәтеү өсөн тәғәйенләнгән Наугольный) башнялары була. Ө.к. уртаһында – Ҡазан Божья Матерь ағас собор сиркәүе (ҡара: Троица сиркәүе); көньяҡ өлөшөндә – икмәк складтары, дары мөгәрәптәре; төньяҡта воевода өйө, Өфө приказ йорто, төрмә, ҡарауыл йорттары (ҡәлғәгә һөжүм иткәндә шунда йәшәгәндәр) һ.б. урынлашҡан. 17 б. 2‑се яртыһына Ө.к. стеналары иҫкерә, башнялары емерелә. Кремль, посад һәм Өфө биҫтәләре берләштерелә (ҡара: Өфө).

Әҙәб.: Б у к а н о в а Р.Г. Города‑крепости на территории Башкортостана в XVI—XVII вв. Уфа, 2010.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018