ӨФӨ ГУБЕРНАҺЫ, Сенаттың 1865 й. 31 майындағы указы м‑н Ырымбур губернаһының бер өлөшөнән ойошторола. Губерна составына Бөрө өйәҙе, Бәләбәй өйәҙе, Златоуст өйәҙе, Минзәлә өйәҙе, Өфө өйәҙе, Стәрлетамаҡ өйәҙе инә. Төньяҡ‑көнбайышта — Вятка губернаһы һәм Ҡазан губернаһы, төньяҡта — Пермь губернаһы, көнсығышта һәм көньяҡта — Ырымбур губ., көнбайышта Һамар губернаһы м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Өфө. Майҙаны — 122011,3 км2 (1897). Халҡы: 1897 й. — 2196,6 мең самаһы кеше (башҡорттар — 899910, латыштар — 3893, мариҙар — 80608, мишәрҙәр — 20957, мордвалар — 37289, урыҫтар — 834135, татарҙар — 184817, типтәрҙәр — 39955, удмурттар — 22501, украиндар — 4996 һ.б.). 19 б. аҙ. губернала 2081284 крәҫтиән, 87715 мещан, 15822 дворян һ.б. иҫәпләнә; мосолмандар — 1095706, православие динендәгеләр — 995738 (ш. иҫ. 34011 старообрядсы), протестанттар — 4926, католиктар — 1288 һ.б. 1897 й. 7823 торама пункт, ш. иҫ. 6 ҡала, 3969 ауыл, 1249 утар һәм усадьба, 2599 башҡа төр торама теркәлгән. 1896 й. Ө.г. 6 өйәҙендә — 175, 1906 й. — 186, 1913 й. — 200 улус; 1897 й. — 34, 1914 й. 37 стан иҫәпләнгән. Халҡы башлыса а.х. м‑н шөғөлләнгән. 1904 й. һөрөнтө ер майҙаны (мең дисәтинә) 1821 тирәһе тәшкил итә, ш. иҫ. арыш сәсеүлеге — 729,2, һоло — 355,3, борай — 85,6, ҡарабойҙай — 124,6, борсаҡ — 46,1, тары — 164,5, бойҙай — 235, картуф — 24,2; һыйыр малы — 208315, йылҡы — 170042, һарыҡ — 385015, кәзә — 33611, сусҡа 38541 баш. 20 б. башында Алафузов буҫтау фабрикаһы, Архангел суйын иретеү заводы, Благовещен заводы, Богоявленск заводы, Верхотор заводы, Златоуст (Косотур) заводы, Златоуст ҡорал фабрикаһы, Йүрүҙән‑Ивановка заводы, Кенәз Михаил ҡорос‑туп фабрикаһы, Ҡуҫа заводы, Ҡытау‑Ивановка заводы, Ҡытаутамаҡ заводы, Минйәр заводы, Һатҡы заводы, Эҫем заводтары, Әшә‑Балашов заводы, Өфө игенселек машиналары ф‑каһы, И.И.Гутмандың Суйын‑баҡыр ҡойоу механика з‑ды (ҡара: “Горнас”) һ.б. пр‑тиелар эшләй. 180‑гә яҡын йәрминкә (1909) үткәрелә. 1888 й. Һамар—Өфө т. юлының Кинәле станцияһынан алып Өфө станцияһына тиклем (ҡара: Тимер юлдар), 1890 й. Златоуст ҡ. тиклем юл участкаһы файҙаланыуға тапшырыла һәм Һамар—Златоуст юлы тип атала. Ағиҙел һәм Кама йй. буйлап пароход, Йүрүҙән, Ҡариҙел, Һаҡмар, Эйек, Эҫем, Әй йй. буйлап һал бәйләнеше эшләй. Яҡынса 1260 мәсет, 185 сиркәү, 130 часовня (1870) иҫәпләнә. 1917 й. нояб. Златоуст, Стәрлетамаҡ һәм Өфө өйәҙҙәренең башлыса башҡорттар йәшәгән өлөштәре авт. Башҡортостан (ҡара: Бәләкәй Башҡортостан) составына инә. 1919 й. “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү” нигеҙендә Златоуст улусының — 14, Стәрлетамаҡтың – 29, Өфөнөң 6 өйәҙе АБСР составына индерелә. Граждандар һуғышы йылдарында Ө.г. терр‑яһы актив хәрби хәрәкәт урынына әүерелә (ҡара: Бәләбәй операцияһы, Златоуст операцияһы, Өфө операцияһы). 1920 й. майында Минзәлә өйәҙе ТАССР составына инә. Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1922 й. 14 июнендәге “Автономиялы Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы сиктәрен киңәйтеү тураһында” декреты м‑н Ө.г. бөтөрөлә, уның терр‑яһы БАССР (ҡара: Оло Башҡортостан) составына инә.

З.Ғ.Ғәтиәтуллин, Р.Р.Фазылов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Картала: Өфө губернаһы (1916)

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.