ӨФӨ ГУБЕРНА РЕВОЛЮЦИОН КОМИТЕТЫ, г у б р е в к о м, Өфө губернаһында Совет власының ғәҙәттән тыш юғары органы. 1917 й. 26 окт. Өфөлә Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советы, Өфө губерна крәҫтиән депутаттары советы башҡарма ком‑ттары ағзалары, Мосолман хәрби шураһы һәм район тимер юл эшселәре ком‑ты вәкилдәренең берләштерелгән ултырышында ойошторола. Ком‑т составына большевиктарҙан Н.П.Брюханов, А.К.Евлампиев, А.И.Свидерский, А.Д.Цюрупа, А.А.Юрьев һәм һул эсерҙарҙан А.И.Бриллиантов, И.З.Штейнберг һайлана. Финанс, аҙыҡ‑түлек, идара, дәүләт контроле, хеҙмәт һәм соц. тәьминәт, почта һәм телеграф, мосолмандар эштәре б‑са, ҡала хужалығы һ.б. бүлектәрҙән тора. Өйәҙ революцион ком‑ттары Ө.г.р.к. буйһоноуында була. Совет хөкүмәте декреттарының үтәлешен, ҡораллы көстәр һәм милиция ойоштороуҙы, аҙыҡ‑түлек әҙерләү барышын һ.б. контролдә тота. 4 дек. Эшсе һәм һалдат деп. советының 4‑се губерна съезы м‑н Крәҫтиән деп. 5‑се губерна съезының берләштерелгән ултырышында Өфө губерна башҡарма комитеты һайлана, ул составында 10 кеше (5 большевик һәм 5 һул эсер) булған губревкомды ойоштора. 1918 й. 17 мартында Өфө губерна эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары советы ҡарары м‑н губревком Өфө губ. ХКС‑ы тип үҙгәртелә. Июнь аҙ. Чехословак айырым корпусының (ҡара: Граждандар һуғышы) ҡораллы күтәрелеше һөҙөмтәһендә губ. ХКС‑ы составында 5 кеше булған губревкомға үҙгәртелә. 1919 й. 1 ғин. Бишен- се армияның ХРК тарафынан Өфө һәм Өфө губ. Ваҡытлы революцион ком‑ты; июндә Төркөстан армияһының ХРК тарафынан губревком (А.В.Колчак армияһынан азат ителгән терр‑яларҙа советтарҙың сәйәси һәм иҡт. структураларын тергеҙеү м‑н шөғөлләнә) ойошторола; 1920 й. 28 февр. РКП(б)‑ның Өфө губ. ком‑ты һәм Өфө губ. башҡарма ком‑тының берләштерелгән президиумдары ултырышында составында 3 кеше булған губ. Ваҡытлы революцион ком‑ты (“Ҡарағош яуы” крәҫтиән ихтилалын баҫтырыуға етәкселек итеү өсөн; 20 мартта таратыла) ойошторола. 1917 й. нояб. Ө.г.р.к. губерна Йәмәғәт именлеге комитетын һәм Ваҡытлы хөкүмәт комиссариатын тарата. 1918 й. 5 июлендә Өфөнө большевиктарға ҡаршы көстәр баҫып алыу м‑н революцион ком‑т Бөрө өйәҙе Николо‑Берёзовка а., артабан Сарапул, Вятка, Һамар ҡҡ. күсерелә. 1920 й. ғин. 5‑се Өфө губ. Советтары съезы ҡарары м‑н Ө.г.р.к. бөтөрөлә, уның вәкәләттәре Өфө губ. башҡарма ком‑тына тапшырыла. 20 мартта таратыла. Губревком рәйесе вазифаһын төрлө ваҡытта Свидерский, Б.М.Эльцин, Б.Н.Нимвицкий, И.Н.Стуков, Т.С.Кривов башҡара. Баҫма органдары: “Известия Уфимского губревкома, Совета и Мусульманского военного совета” (“Өфө губревкомы, Совет һәм мосолман хәрби советы хәбәрҙәре”), “Бюллетень губревкома” (“Губревком бюллетене”), “Вестник отдела управления Уфимской губернией” (“Өфө губернаһына идара итеү бүлегенең хәбәрҙәре”), “Известия Уфимского губревкома” (“Өфө губревкомы хәбәрҙәре”) гәзиттәре.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018