ӨФӨ ГУБЕРНА МОСОЛМАН МИЛЛИ СОВЕТЫ, Ө ф ө г у б е р н а һ ы н ы ң м и л л и ш у р а һ ы, 1917 й. апр. Өфөлә Өфө губернаһы мосолмандары хәрәкәтенә етәкселек итер өсөн 1‑се Өфө губ. мосолмандары съезында ойошторола. Совет һайланғас, Мосолмандар араһында гражданлыҡ идеяларын таратыу комитетының эшмәкәрлеге тамамлана. Етәксе органы — башҡарма ком‑т. Рәсәй мосолмандарына мәҙәни‑милли автономия биреү, башҡорт һәм татарҙарҙың берҙәмлеге һ.б. өсөн сығыш яһай. Авг. Советтың 2‑се съезы үтә. 1918 й. яҙында Өфө губ. совет власы органдары ҡарары б‑са эшмәкәрлеген туҡтата. Башҡарма ком‑т рәйесе — З.Х.Ҡадири.

С.М.Исхаҡов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке