ӨФӨ ПРИКАЗ ЙОРТО, 16 б. аҙ. — 18 б. башында урындағы идара органы. Өфөлә һәм Өфө өйәҙендә адм., хәрби, дипломатик, полиция, суд, финанс һ.б. эштәргә идара итә. Ө.п.й. башында Өфө воеводаһы тора, уға дьяк, подьячийҙар, целовальниктар, таможня башлыҡтары, годовальщиктар, тәржемәсе һәм тылмастар буйһона. Ө.п.й. Ҡазан һарайы приказы һәм Ҡазан воеводаһының дәүләт грамоталары, мисәттәр, отводнойҙар, писцовыйҙар, строельныйҙар, таможня, яһаҡ китаптары һ.б., хеҙмәтле кешеләрҙең исемлектәре һаҡлана. Өфө провинцияһы ойошторолоу м‑н Өфө провинция канцелярияһына үҙгәртелә.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018