ӨФӨ ГУБЕРНА БАШҠАРМА КОМИТЕТЫ, Ө ф ө г у б е р н а э ш с е, к р ә ҫ т и ә н һ ә м ҡ ы ҙ ы л а р м е е ц д е ‑ п у т а т т а р ы с о в е т ы н ы ң б а ш ҡ а р м а к о м и т е т ы, г у б и с п о л к о м, Өфө губернаһында совет власының юғары органы, Өфө губ. Советтары съездары араһындағы осорҙа эшләгән. 1917 й. 4 дек. Өфөлә Эшсе һәм һалдат депутаттары советының 4‑се губерна съезы һәм Крәҫтиән депутаттары советының 5‑се губерна съезының берләштерелгән ултырышында ойошторола. Составына 55 кеше (башлыса большевиктар һәм һул эсерҙар) инә: Өфө губерна крәҫтиән депутаттары советы һәм Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советынан — 25‑шәр, Өфө мосолман хәрби шураһынан 5 кеше. Ком-ттың 10 ағзаһы Өфө губерна революцион комитетынан була. 1922 й. июнендә Оло Башҡортостан ойошторолоу м‑н бөтөрөлә, вәкәләттәре Башҡортостан үҙәк башҡарма комитетына тапшырыла. Рәйестәре: А.И.Свидерский (1917 й. дек. алып), Б.М.Эльцин (1918 й. ғин. алып), И.С.Чернядьев (1920 й. ғин. алып), М.В.Котомкин (1920 й. окт. – 1921 й. ғин., 1921 й. авг.—нояб.), М.Н.Коковихин (1921 й. февр. – июле), П.Т.Зубарев (1921 й. дек. алып).

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке