ӨФӨ ГУБЕРНА ЭШСЕ, КРӘҪТИӘН ҺӘМ ҠЫҘЫЛАРМЕЕЦ ДЕПУТАТТАРЫ СОВЕТЫ, Өфө губернаһында совет власының вәкәләтле органы. 1917 й. 4 дек. Өфөлә Эшсе һәм һалдат депутаттары советының 4‑се губерна съезы, Крәҫтиән депутаттары советы һәм Өфө мосолман хәрби шураһының 5‑се губерна съезының берләштерелгән ултырышында Эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттарҙың Өфө губ. советы булараҡ ойошторола, 1918 й. 15 ғин. Ҡыҙыл Армия булдырыу т‑да декрет ҡабул ителгәндән һуң — Өфө губ. эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары советы. Төп эш формаһы – съездар, күрһәтмә биреүсе һәм съездар араһында башҡарма орган — Өфө губерна башҡарма комитеты. Губерна советына депутаттар ауыл, ҡала, улус һәм өйәҙ Советтары съездарында һайлана. Декабрҙә Совет составынан һул эсерҙар сығарылғандан һуң, бер партиялы (большевиктар) булып китә. 1922 й. июлендә Оло Башҡортостан барлыҡҡа килгәс, бөтөрөлә.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018