МАХСУС ҠАСАБАЛАР, репрессияға дусар ителгәндәр һәм хәрби әсирҙәр өсөн торама пункттар. М.ҡ. район йәки ҡасаба комендатуралары эшләгән. М.ҡ. кәртәләнгән, унда даими махсус ҡарауыл торған; һөргөнгә ебәрелгәндәр ғаиләләре м‑н урынлашһын өсөн барактар төҙөлгән. Берләштерелгән баш сәйәси идаралыҡтың Лагерҙар б‑са баш идаралығы системаһында М.ҡ. 20 б. 30‑сы йй. ойошторола. Кулактар М.ҡ. тәүге төпләнеүселәре була: 1931 й. БАССР‑ҙан Урта Уралға, Ҡаҙағстанға, Себергә, СССР‑ҙың төньяҡ р‑ндарына 6042 ғаилә (32,3 мең кеше), Башҡортостандың урманлы р‑ндарына торф, ағас әҙерләү эштәренә, Өфөләге яңы төҙөлөштәргә 3409 ғаилә (14,6 мең кеше) оҙатыла. М.ҡ. урман сәнәғәте хужалыҡтары, төҙөлөүсе сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәте пр‑тиелары (Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, Өфө фанер комбинаты, Башҡ‑н сәнәғәт комб-тының Өфө үҙәк электр станцияһы һ.б.) эргәһендә ойошторола. 1931 й. М.ҡ. 5,8 меңгә яҡын ғаилә (30 мең тирәһе кеше) йәшәй. БАССР терр‑яһында Белорет р‑нында – Үрге, Урта һәм Түб. Төлмәй, Йырматау, Ҡапҡалы, Күҙйылға, Нура һәм Отнурок; Иҫке Күл районында – Вершина, Гоголевские Прудки, Каменное Заделье, Красивая Поляна, Осиновый Лог, Һалдыбаш, Саула; Ҡариҙел р‑нында — Берёзовый Лог, Үрге Резим, Иҫке Кирҙә, Йәнбәк; Дыуан р‑нында — Оло Көтөм, Күлвәрәш; Моторҙар з‑дында (ҡара: Богородский), Ҡаҙан‑турбина з‑дында, Өфө р‑нында Сипайлово, Южный һ.б. махсус ҡасабалар барлыҡҡа килә. 1940 й. М.ҡ. респ. 12,7 мең кешеһе (3110 ғаилә) йәшәй, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында М.ҡ. Ҡырымдан депортацияланған халыҡтар (5,7 меңгә яҡын кеше; болгарҙар, гректар, ҡараимдар, ҡырым татарҙары, сиғандар, әрмәндәр), ш. уҡ хәрби әсирҙәр, поляктар, Волга буйы немецтары һ.б. ебәрелә. 1949 й. БАССР‑ҙа 18,3 мең махсус күскенсе иҫәпләнә. 50‑се йй. уртаһында законһыҙ репрессияға дусар ителгән граждандарҙың (ҡара: Сәйәси репрессиялар) исемдәрен аҡлауға бәйле М.ҡ. бөтөрөлә башлай.

Әҙәб.: З е м с к о в В.Н. Спецпоселенцы (по документации НКВД — МВД СССР) // Социологические исследования. 1990. №11; шул уҡ. Массовое освобождение спецпоселенцев и ссыльных //Шунда уҡ. 1991. №1. 

 Р.А.Бикбаев, Р.А.Дәүләтшин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке