НЫҒЫТМАЛЫ СИК ҺЫҘЫҠТАРЫ, 16—19 бб. Рәсәй дәүләтенең көньяҡ, көньяҡ‑көнсығыш һәм көнсығыш сиктәрендәге фортификация ҡоролмалары. Сик буйын нығытыу, яңы ҡушылған ерҙәрҙә Рәсәйҙең адм. һәм хәрби йоғонтоһон көсәйтеү, сик буйындағы ерҙәрҙе үҙләштереү һәм кешеләр күсереп ултыртыу (ҡара: Колониялаштырыу) өсөн төҙөлә. Ялан нығытмалары (валдар, киҫентеләр, редуттар һ.б.) м‑н уратылған ҡәлғә, баструк, форпостарҙан тора. 16 б. аҙ. Ҙур киҫентеләр һыҙығы, 17 б. — Белгород, Кама аръяғы, Изюм, Сембер, Сызрань, Тамбов, 18 б. — Түб. Кама аръяғы, Ырымбур, Себер, Украин, Царицын, 19 б. Яңы, Һырдаръя һ.б. сик һыҙыҡтары төҙөлә. 17 б. 2‑се ярт. — 18 б. башында Башҡортостан терр‑яһында Кама аръяғы сик һыҙығы, 1730—40 йй. – Түб. Кама аръяғы сик һыҙығы, 18—19 бб. — Ырымбур сик һыҙығы һәм Себер сик һыҙығының бер өлөшө эшләй. Уларҙа ландмилиция, хеҙмәтле кешеләр, регуляр һәм иррегуляр ғәскәрҙәр (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте) хеҙмәт итә. 19 б. аҙ. Н.с.һ. нығытылған райондар һәм һыҙыҡтар системаһы м‑н алмаштырыла.

Әҙәб.: М у р а т о в а С.Р. На страже рубежей Сибири: строительство Сибирских укреплённых линий. Тобольск, 2007.

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика