АППЛИКАЦИЯ (лат. applicatio — ябыу), туҡыма йәки ҡағыҙға төрлө төҫтәге материал киҫәктәрен йәбештереү, тегеү ысулы м‑н нәфис һүрәттәр эшләү; ошо ысул м‑н эшләнгән һүрәт, биҙәк. Башҡорттарҙа А. — тамыры м‑н төрки‑монгол күсмә халыҡтарының боронғо мәҙәниәтенә барып тоташыусы биҙәүҡулланма сәнғәтенең традицион төрө. Башлыса көнсығыш һәм көньяҡ Башҡортостанда таралған. А. кейеҙҙән, туланан йәки буҫтауҙан, һирәгерәк осраҡта кизе‑мамыҡ туҡыманан эшләнгән предметтарҙа яһалған. Өҫтән беркетелгән биҙәктәр өсөн йоҡа буҫтау, кизе‑мамыҡ йә ебәк туҡымалар ҡулланылған. Биҙәктәр туҡымаға ваҡ ҡына беленер‑беленмәҫ сәнсемдәр м‑н тегелгән. Орнаментын яһау һәм башҡарыу техникаһы б‑са А. 2 төргә бүленгән. Тәүге осраҡта биҙәктәр туҡыманан тотошлай ҡырҡылған; уларҙың төп элементтары: йөрәккә оҡшаш фигуралар, тулҡын һәм бысҡыға оҡшаш һыҙыҡтар, рәткә теҙелгән ҡуш кәкерсәктәр, өсмөйөштәр, ромбтар. Икенсе осраҡта биҙәктәр бергә ҡушылғанда ҡатмарлы һәм күп төрлө орнаменттар барлыҡҡа килтереүсе нәҙек кенә туҡыма киҫәктәренән яһалған һәм кәкерсәктәрҙән, спиралдәрҙән, S рәүешендәге һыҙыҡтарҙан һ.б. фигураларҙан торған. А. орнаментының төҫ гаммаһы күберәк йылы төҫтәрҙе контраслы һалҡын төҫтәр м‑н аралаштырыу нигеҙендә төҙөлгән. А. йышыраҡ ҡыҙыл, йәшел һәм һары төҫтәр ҡулланылған, фоны, нигеҙҙә, ҡара, һары йәки йәшел булған.

Кейеҙҙе биҙәгәндә (ҡара: Кейеҙ баҫыу, Нәфис кейеҙ сәнғәте) уның өҫтөнә кизе‑мамыҡ йәки буҫтау киҫәктәре йәки А. биҙәктәре алдан яһалған иңле туҡыма теккәндәр. А. м‑н серге, сергетыштар ҙа биҙәлгән: рәткә теҙелгән ромб һәм өсмөйөштәрҙән торған А. төшөрөлгән төҫлө таҫмалар ҡыҙыл йәки йәшел буҫтауға параллель рәүештә тегелгән; өсмөйөштәр м‑н аралаштырып бер рәткә теҙелгән парлы кәкерсәктәр ҙә биҙәк элементтары булып торған. Һүрәттәрҙең асыҡ һыҙаттары, сағыу һәм тоноҡ тондарҙың ҡапыл алмашыныуы, бер төҫтөң өҫтөнлөк итеүе композицияның графика һәм тон баҙыҡлығын тәьмин иткән. Кейем‑һалымды биҙәүҙә А. бик аҙ урын алып торған, сәкмән, елән, күлдәк һәм алъяпҡыстар биҙәүҙә генә ҡулланылған. Яға, ең осона, тышҡы кейемдең ҡаптырмаһына һәм итәгенә ҡыҙыл киң буҫтау киҫәге һәм һары йәки йәшел төҫтәге нәҙек туҡыма тегелгән. Ҡаптырмаға, яурындарға һәм яғанан аҫта арҡа тирәһенә суҡлы төҫлө өсмөйөштәр, япраҡ рәүешендә кәкерсәкле биҙәктәр тегелгән. Уйымдарына һигеҙ япраҡ яһалған тулҡын йәки кәкерсә һыҙыҡ рәүешендәге биҙәктәр, ғәҙәттә, күлдәк һәм алъяпҡыстың итәк ситенә йәки ҡатмарына урынлаштырылған. Тула ойоҡтарҙың ҡуңыс ситтәрен ритмик рәүештә ҡабатланыусы фигураларҙан торған һыҙыҡтар м‑н ҡаймалағандар. Аяҡ кейеменең (ҡара: Сарыҡ, Ҡата) ҡунысына һәм үксә тирәһенә спираль кәкерсәктәр, мөгөҙгә оҡшаш фигуралар һәм өсмөйөштәрҙән торған биҙәктәр тегелгән. А. йыш ҡына сигеү м‑н аралаштырылған. Башҡ. А., һис һүҙһеҙ, бик үҙенсәлекле булһа ла, уның художество төҙөлөшөндә башҡорттарҙың сәнғәтен башҡа төрки халыҡтарҙың, тәү сиратта ҡаҙаҡтарҙың һәм ҡырғыҙҙарҙың, мәҙәниәте м‑н берләштереүсе уртаҡ стиль үҙенсәлектәре күҙаллана. Башҡ. А. өлгөләре Милли музейҙа, Нестеров М.Висемендәге художество музейында, Археология һәм этнография музейында, Дәүләт этнография музейында, РФА‑ның Бөйөк Пётр ис. Антропология һәм этнография музейында (икеһе лә — С.‑Петербург), Тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү дәүләт музейында (Екатеринбург ҡ.), Венгрия этнография музейында (Будапешт) һаҡлана.

Тәрж. Ә.Ф.Ҡарағужина

Текст на русском языке