ӨФӨ ЮҒАРЫ ХӘРБИ АВИАЦИЯ ЛЁТЧИКТАР УЧИЛИЩЕҺЫ, 1984 й. 1 сент. Өфө кесе авиация белгестәре мәктәбе нигеҙендә ойошторола. Училище составында 12 кафедра (авиация һәм радиоэлектроника ҡорамалдары, аэродинамика һәм осоу динамикаһы, авиация ҡоралын һуғышта ҡулланыу, вертолёт йөрөтөү, ижт. фәндәр, сит телдәр, авиация техникаһын конструкциялау һәм файҙаланыу, матем., тактика, техник механика, физика, физик әҙерлек һәм спорт), ярҙамсы хеҙмәттәр, бүлектәр, китапхана була. Курсанттарҙы уҡытҡанда 3 уҡыу-вертолёт полкының, аэродром-техник тәьминәт һәм элемтә айырым батальонының, Куйбышев өлк. Безенчук ҡасабаһындағы, Дәүләкән, Өфө ҡҡ. ҡайһы бер подразделениеларҙың матди базаһы файҙаланыла. 1990—99 йй. училищела офицерҙарҙың (1,6 меңдән ашыу) — армия авиацияһы лётчиктарының 8 сығарылышы була. 1999 й. таратыла. Училище нач.: полк., 1989 й. алып авиация ген.‑майоры Б.И.Лысенко (1984—94), полк., 1996 й. — авиация ген.‑майоры А.Н.Пишенин (1994—99).

Әҙәб.: Б и к м е е в М.А. Башкортостан — кузница офицерских кадров (страницы военной истории республики). Уфа, 1998.

С.А.Ширинкин

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018