ӨФӨ ТАУ СӘНӘҒӘТЕ АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ, 1898 й. Мәскәүҙә фабриканттар В.А.Горбунов, А.Ф.Моргунов һәм С.И.Щегляев тарафынан ойошторола. Йәмғиәттең төп капиталы 1587,5 мең һум (500 һумлыҡ 3175 акция) тәшкил иткән. Стәрлетамаҡ өйәҙендә тимер мәғдәне ятҡылығын файҙаланыу өсөн йәмғиәт 1 мең дисәтинә ер һатып ала, башҡорттарҙан — 80 мең дисәтинә, удел ведомствоһынан 25 мең дисәтинә ерҙе ҡуртымға ала, Архангел суйын иретеү заводын төҙөй. 1903 й. йәмғиәт бөтөрөлә, Архангел з‑ды ябыла.

Әҙәб.: Б у р а н о в Ю.А. Акционирование горнозаводской промышленности Урала (1861—1917). М., 1982.

З.И.Гудкова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018