ӨФӨ ПЕХОТА ПОЛКЫ, император Павел I 1796 й. 29 нояб. исемле указы б‑са 2‑се һәм 3‑сө Ырымбур ялан батальондарынан Өфө мушкетёрҙар полкы (1798—1801 йй. өҫтәмә рәүештә полк шефтары исеме м‑н аталған) булараҡ ойошторола; 1811 й. алып Ө.п.п., 1829 й. окт. башлап 64‑се, 1830 й. ғин. — Йыйылма Ө.п.п, февр. — 63‑сө Ө.п.п. Полк Ырымбур инспекцияһы составына ингән. Ватан һуғышында (1812), рус армияһының сит илгә походтарында (1813—14), рус-төрөк һуғышында (1828—29) ҡатнаша. 1833 й. таратыла, частары Бутырск пехота полкына ҡушыла. Полктың личный составы “1814 йылдың 19 мартында Парижды алғаны өсөн”, “1828—1829 йылдарҙағы Төрөк һуғышы өсөн” миҙалдары м‑н бүләкләнә, 3‑сө батальон Шумла ҡәлғәһен штурмлағаны (1828) өсөн “Гренадер походы” (үҙенсәлекле барабан тауышы аҫтында тантаналы марш) наградаһына лайыҡ була. Ком.: полк. А.П.Мансуров (1796 й. нояб. алып), Л.Н.Энгельгардт (1798 й. сент. алып), подполковник Е.И.Рейнздорф (1799 й. апр. алып), полк. кенәз А.В.Ураков (1801 й. мартынан), Г.П.Гурьев (1803 й. ғин. алып), подполковник Авдулин (1805 й. авг. алып), полк. И.С.Сергеев (1808 й. мартынан), В.Д.Головнин (1809 й. июненән), майор И.А.Вильчик (1809 й. сент. алып), под‑ полковник Ф.П.Демидов (1810 й. сент. алып), полк. П.П.Поздеев (1815 й. июненән), И.Г.Бурцов (1824 й. алып), Добровольский (1827 й. февр. алып).

Әҙәб.: Р а х и м о в Р.Н. История Уфимского пехотного полка. 1769—1833. Уфа, 2004.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.